Библиотека - филиал № 3

«Бөгөнгөнө бәйләп үткәндәргә,киләсәккә яҙам хәтер хатын, йөрәк антын...»

«Аҡ тирмә» башҡорт клубы ағзалары, халыҡтар дуҫлығы китапханаһында, башҡорт шағирәһе, прозаик Гөлнур Яҡупаваға арналған әҙәби кисә уҙҙырҙы.  Сарала ҡатнашыусылар, электрон презентация ярҙамында әҙибәнең биографияһы һәм ижады менән таныштылар. Артабан,  тамашасы иғтибарына «Ҡатындар» романынан өҙөк тәкдим ителде. Күренекле яҙыусы Гөлнур Яҡупованың уҡыусыларҙың һөйөүен яулаған был трилогияһында үҙәктә ҡатын-ҡыҙ яҙмышы, ул ил-халыҡ тарихы, кешелекте Йыһан менән бер бөтөн итеп бәйләгән төшөнсәләр уртаһына ҡуйып һүрәтләнә. Кисә барышында, клуб ағзаһы, Рәйсә Солтанованың тасуири  шиғыр  һөйләүе, тамашасы күңеленә хуш килде. Айырыуса, Клара Ғайсина башҡарған башҡорт бейеүен,ҡунаҡтар  йылы ҡабул итте.  Кисә «Тамырҙарым тыуған еремдә» тип исемләнгән китаптар күргәҙмәһенә күҙәтеү менән тамамланды.